/ bash.news

Илленән ашыу кеше янғын сығыу һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалды

Утта баш ҡалалағы Бәләкәй урман заводы урамында ике ҡатлы барак янды. Фатир эсендәге утты һүндереүгә 46 хеҙмәткәр, 14 берәмек техника йәлеп ителде.

Ике ҡатлы ағас йортто ялҡын ялмап алыуы тураһында ҡотҡарыусыларға иртәнге туғыҙынсы биш минутта хәбәр итәләр. Ғәҙәттән тыш хәл урынына тиҙ арала барып еткән янғын һүндереүселәр тәү сиратта халыҡты эвакуацияларға тотона.

Торлаҡ эсенән 25 кеше , шул иҫәптән ете бала сығарыла. Янғынды һүндереүгә 8 торбанан һыу бирелә. Иртәнге сәғәт 11 тирәһенә ут таралыуы сикләнә.

Читать на bash.news
Сайт imag.one - агрегатор новостей из открытых источников. Источник указан в начале и в конце анонса. Вы можете пожаловаться на новость, если находите её недостоверной.

Сейчас читают

DMCA